Ғарипов Рәми. 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. Төҙөүсеһе Н.В. Ғарипова. – Өфө, Китап, 1998. – 592 бит.

Шишмә башына сәйәхәт

Булырҙың булмышынан тигәндәй, оло шәхестәрҙең бәлиғлығы бик иртә һыҙатланыусан. Баҡһаң, балалыҡ йылдарында уларҙың бәләкәс йөрәктәрен тетрәткән кисерештәре, хыял-фараздары, өмөт-юрауҙары — бөтөнөһө, мәле еткәс, дәррәү шытып сығып, мул үрсем бирер бәрәкәтле орлоҡҡа тиң икән.

Шағир яҙмышы — бының иң ғибрәтле миҫалы. Һүҙ, әлбиттә, ысын шағирҙар тураһында. Юғиһә беҙҙә шиғыр яҙғылаған һәр кемгә ошо ҙур исемде бирергә ашығалар. Ысын шағир иһә тәбиғәттең серле йомғағы ул. Шул йомғаҡ эсендә, ер ҡуйынындағы затлы мәғдән кеүек, ижад аҫылташы үҫеп ята...

Бына ҡулыңда халҡыбыҙҙың данлыҡлы шағиры Рәми Ғариповтың тағы бер китабы. Баҫманың тәүге ҙур өлөшөн уның Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөгәндә яҙып барған көндәлектәре тәшкил итә, икенсе өлөшө — Өфөгә ҡайтҡас, эшкә тотонған тәүге йылдарына бәйле.

Рәми үҫмерлектән, әҙәбиәткә ныҡлап ереккәнгә тиклем үк, шағир ине. Ул — тәбиғәт балаһы. Йәнтөйәге Йүрүҙән буйҙарының гүзәл манзаралары уның йөрәгенә шиғриәт сатҡыһы һалған булыр. Өфөлә 9-ынсы интернат-мәктәптә уҡығанда баяғы серле йомғаҡ тағы ла ҙурая, тығыҙлана төшә, үҙ эсенә яңы тәьҫораттарҙы, кисерештәрҙе йома, киң донъяға табан «тәгәрләй».

Рәмиҙең Мәскәүгә уҡырға китеүе һис тә осраҡлы хәл түгел ине. Донъялағы берҙән-бер Әҙәбиәт институтына ул үҙенең киләсәген асыҡ итеп күҙаллауҙан, яҙмышының шиғриәттә икәнлегенә ышаныуҙан барып инә.

Институтта Рәми Ғарипов иҫ киткес ҡатмарлы, көсөргәнешле рухи тормош менән йәшәй. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы лекциялар, семинарҙар, күренекле шағирҙарҙың, абруйлы профессорҙарҙың дәрестәре... Ул күп уҡый, белемен арттыра, донъяға ҡарашын сарлай, әҙәбиәттә үҙенә генә хас юлды һайлай. Бынан тыш көндәлек биттәренә Рәми үҙе яҙған йәки уға килгән хаттар, рецензияға тартым күҙәтеүҙәр, лекцияларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе, Мәскәү күренештәре, театр тәьҫораттары, һабаҡташтары менән әңгәмәләре һибелгән. Шиғырҙары араһында ҡойоп ҡуйғандай һәйбәттәре лә осраштыра, йомшаҡтары ла бар. Быларҙың барыһы ла — эҙләнеү-һуғылыуҙарҙың, ынтылышлы йәшәүҙең татлы ла, әскелтем дә емештәре.

Көндәлек алып барған кеше уны, ғәҙәттә, бары тик үҙе өсөн генә яҙа. Рәми ҙә, моғайын, был дәфтәрҙең берәй ваҡыт матбуғатҡа сығаһын, хатта айырым том итеп баҫыласағын уйламағандыр. Шунлыҡтан уның яҙмаларында яһалмалыҡтың, үҙен булғандан яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ итеп күрһәтергә тырышыуҙың эҙе лә юҡ. Бөтөнөһө тәбиғи, һәр һүҙе, хатта бер ҡатлыраҡ фекерҙәре, хаталары ихлас. Был, ысынлап та, ун һигеҙ — егерме йәшлек кенә шағирҙың күңел көҙгөһө. Беҙгә шуныһы ҡиммәт тә.

Йәшлектә кеше тура һүҙле, ҡырҡараҡ фекерле булыусан. Ул тотҡан ерҙән һындырырға ярата, күңеле тартмаған нәмәләрҙе ҡаты хөкөм итә. Рәми ҙә шулай: йә танылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тәнҡитләп ташлай, йә һабаҡташтары менән бәхәсләшеп китә. Мәскәү көндәлегендә лә, Өфө яҙмаларында ла (бигерәк тә халыҡ ижады тураһындағы ентекле тикшереүҙәрендә, ҡайһы бер өлкән ҡәләмдәштәренә биргән нарыҡтарында), йәне көйөүҙән тыйыла алмайынса, шағир эсе-эсе һүҙҙәр ысҡындыра, нәфрәтләнә, рәнйей. Мәгәр, төптән уйлағанда, йыш ҡына уның хаҡлы булыуына ышанаһың, сөнки ул фекерен дәлилләй, анализға, кешеләрҙең ҡылыҡ-фиғылын эҙмә-эҙ күҙәтеүенә таяна. Хәйер, Рәми ғүмеренең аҙағынаса ваҡсыллыҡты, ике йөҙлөлөктө, графомандарҙы күрә алманы.

Әйтелгәндәрҙән: «Рәми Ғарипов тәүҙән үк үтә белдекле, торғаны бер тәҡүә кеше булған икән», — тип уйланмаһын. Шиғриәттең иң юғары түбәләрен яулағансы ул күп һуғылды, ғазаплы икеләнеүҙәр, үкенеүҙәр ҙә кисерҙе. Ләкин шуныһы хаҡ — аҙаҡҡы һулышынаса ул күңеле менән йәш көйө ҡалды, фани донъя зауыҡтарының ҡәҙерен белде, хискә йомарт булды.

Беҙ уның көндәлегенән тағы шуны ла күрәбеҙ: үтә мауығыусан, ғишыҡтан тоҡанып барыусан егет ине ул. һәр матур ҡыҙ уны йоҡонан яҙҙыра, утҡа һала, әйтерһең дә, ошо сибәр уның яҙмышы инде. Ҡайҙа бындай саҡта аҡылға таяныу! Хәйер, яҡындан танышҡас, ул тиҙ үк һыуына, үҙе илаһилаштырған шәхесенең ҡәҙимге йән эйәһе икәнлеген күреү уны гүйә айнытып ебәрә торғайны. Ысын мөхәббәте алда ине шул уның.

Саф күңелле, намыҫсан кеше булараҡ, Рәми дуҫлыҡта ла бик талапсан, талымлы ине. Шунлыҡтан яҡын дуҫтары ла аҙ булды уның. Хәҙер, донъялар үҙгәргәс, «дуҫ-ише» күбәйеп китте-китеүен, ә иң ауыр ваҡыттарында хәлен аңлаған, йөгөнә кергән ышаныслы кешеләре һанарлыҡ ҡына булды. Мин бында Мәрйәм апай Ғималованы, шағирҙың йәш ҡәләмдәштәре Рауил Бикбаев менән Тимер Йосоповто, аҙағыраҡ Рәми ҡорона килеп ҡушылған Динис Бүләковты, Хәсән Назарҙы, Сафуан Әлибайҙы күҙ уңында тотам. Үҙемде һөйләп тормайым, быныһы мәғлүмдер.

Йомғаҡлап шуны раҫлау урынлы һымаҡ: уҡыусы ҡулындағы китаптан күренеүенсә, байтаҡ йылдар уҙғас, шиғриәтебеҙҙең яҡты йондоҙо булып балҡыясаҡ Рәми Ғариповты бында айырым-асыҡ төҫмөрләргә мөмкин. Дөрөҫ, халыҡсанлыҡ, фәлсәфә һәлмәклеге, тулы мәғәнәһендәге әҙәби оҫталыҡ уға аҙағыраҡ киләсәк әле. Был сифаттар әлегә үҫеү, камиллашыу осорон кисерә. Әммә йәп-йәш шиғирҙың студентлыҡ йылдарында уҡ халҡыбыҙҙың данлы ла, зарлы ла тарихынан, даръялай сикһеҙ ауыҙ-тел ижадынан, тылсымлы теленән илһам табыуы, үҙен ошо хазиналарҙың тоғро һаҡсыһы итеп тойоуы хайран ҡалдырырлыҡ. Үкенескә, ул талантына бәрәбәр ҡәҙер-хөрмәтте иҫән ваҡытында күрмәй китте...

Был китап беҙҙе Рәми шишмәһәнең башына алып ҡайта. Уның исемен мәңгелек асманына күтәргән, ижадына үлемһеҙлек биргән шиғриәт исемле серле донъяның ҡайҙа, нисек башланып китеүен күҙәтеү фәһемле лә, ҡыуаныслы ла.