ТАҒЫ БЕҘҘЕКЕЛӘР!..

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән
Тағы атты ерҙә яңы таң...
— Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! — тип,
Һөрән һалды илгә Левитан.

Оса ике батыр! Улар ҡайтыр.
Үтәп тағы илем кушканды.
Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы.
Көйөндөрөр тағы дошманды.

Күр һин, дошман:
беҙҙең дөрөҫлөк был! —
Ҡояш булып күккә олғашты.
Бел: кояштан ҡапланырға мөмкин,
Мөмкин түгел ҡаплау кояшты!..