ТӨШКӨГӘ ҠАЙТҠАНДА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тамамланды ярты эш көнө.
Шундай асыҡтым!..
Ашап килергә тип төшкөнө,
Ҡайтырға сыҡтым.
Һауа – шундай яҡшы!
Яуа – яҙ ҡояшы!
Тышҡа сыҡһаң,
Күҙҙең яуын ала,
Өйгә инһәң,
күҙең тышта ҡала...
Сут-сут һайрап тамсы тама,
Һәр тамсыла ҡояш яна!
Сылтыр-сылтыр көлә ҡар һыуы.
Сеү, уяна йөрәк ярһыуы!..
Күгәрсендәр...
Хатта улар ҙа
Яҙ иркенә буйһоналар.
Ни өсөндөр
ҡарлы һыуҙарҙа
Дулап-дулап ҡойоналар,
Һалҡын ҡар-бурандар
Аяҡтарын
Ҡыҙартҡан да ҡыштың буйына,
Яҙып-йыйып улар
ҡанаттарын
Хәҙер шулай яҙға ҡойона...
Хатта бөтә халыҡ алдында
үбешәләр, яҙып аҡылдан!..
Ә ете ят төрлө кешеләр –
Гүйә, шул саҡ татыу күршеләр!
Юлдан, тейәп кирбес,
шофер елә,
шофер ашыға.
Тик был хәлде күргәс,
көлә-көлә
туҡтай ҡаршыға.
Булһа ла бик ҡабалан
уның эштәре,
Китмәй тора ул һаман,
балҡып тештәре...
Белмәһәм дә уның исемен,
Белеп торам уның хисен мин:
Уртаҡ – хисебеҙ,
Уртаҡ – көсөбөҙ.
Ул, һин, мин – өсөбөҙ
Ошо яҙ өсөн беҙ!..
Ниндәй матур килә яҙ!
Килһен шулай гел аяҙ!
Эшлә, кешем!
Һөй!
Көй!
Йыр яҙ!
Моң-һағыш та булһын бер аҙ...
Әммә ҡанға ҡойонмаһын өсөн
Был кешелек вәхши яуҙарҙа,
ҡойон, әйҙә,
ҡойон, күгәрсен,
Дулап-дулап яҙғы һыуҙарҙа!..
Тамамланды ярты эш көнө,
Мин ашарға ҡайтам төшкөнө.