Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин,
Күңел баҫыр ерем булмағас.
Йәшел ҡулын болғап ҡаршы ала
Мин ултыртып киткән һәр ағас...

Самауырын ҡуя һала әсәй,
Тормошомдо, хәлде һораша.
Күңел илаһа ла, көлгән булам,
Күңелемдә моңһоу йыр таша.

Ярай әле, ерҙә шул ҡарсыҡ бар,
Көтөп тора, ойотоп ҡатығын.
Һөймәһә лә тапап яурынымдан,
Өҙгөләнә, ҡал, ти, ҡал тағын...

Тик ниңәлер тығыҙ тыуған өйҙә,
Күңелемә урын тапмайым.
Ниҙер етмәй! Тап йырҙағы кеүек,
Һыҙыла тик йөрәк майҡайым.

Ҡасандыр бер тар бишеккә һыйып,
Бишек йыры баҫҡан күңелем
Бар донъяға һыймай, һулҡып һыҙлай,
Иҫке хистәр бөткән күмелеп...

Ҡайынлыҡҡа барып ятһам ғына
Аңлағандай була һәр ҡайын.
Елбер-елбер йәшел күлдәк кейеп,
Ҡаршылайҙар улар май айын,

Ҡаршылайҙар улар һабан туйын,
Бесән сабыр саҡты көтәләр.
Тик кемдәрҙер минең ҡайындарҙы,
Балта сабып, харап итәләр...

Ләкин улар һаман япраҡ яра,
Һаман бында кәкүк саҡыра,
Ярһып һайрай һаман һандуғастар,
Шул саҡ көлөп бала саҡ тора...

Субыр-субыр аҡҡан йәшен һөртәм,
Сабатаһын бәйләп бирәмен.