Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр –
Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек!
Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн
Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк!..

Ерҙе уйып сыҡҡан йәшел энә
Тегә яҙға байрам күлдәген.
Һин киләһең, юҡ, йөҙәһең, йырым –
Һин бер аҡҡош зәңгәр күлдәге.

Ниндәй көс һуң тағы ҡауыштырҙы
Беҙҙе шулай зәңгәр иртәлә?
Беҙме әллә елде иркәләйбеҙ,
Елме әллә беҙҙе иркәләй?

Аяғыңды зәңгәр шишмә йыуа,
Ниңә тулҡын түгел ҡулдарым?
Беҙ килеп тә еттек. Юл да бөттө!
Ниңә ҡыҫҡа былай юлдарым?

Ҡайҙа зәңгәр сәскә? Юҡ шул әле!..
Мә, алып тор һин тал бөрөһөн.
Тик бынан һуң тал да был донъяла
Зәңгәр сәскә булып йөрөһөн!