Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң,
Тормош кеүек булһын шиғырың –
Шулай йәшәргә бит тырыштым мин,
Икеһен дә бергә һыйҙырып!..

Бәлки, һыйғандыр ҙа?.. Тик шикләнәм
Ныҡлы булыуына һүҙемдең,
Ә шулай ҙа ышанаһым килә
Йырым-тормошома үҙемдең.

Кем генә һуң күргән ваҡ баһаны
Үткән саҡта ғүмер юлынан?
Йәшен балҡый тәүҙә,
Күк күкрәүе ишетелә бары һуңынан...