Көнләшмәҫе бик һаҡ кешеләрҙән

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Көнләшмәҫе бик һаҡ кешеләрҙән,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә, –
Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә?

Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?

Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!