Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә,
Күк күкрәй минең күкрәктә.
Биттәремә ямғыр һыҙырғанда,
Мин шатлыҡтан шашам бигерәк тә.

Аҡтарылһын әйҙә тау-болоттар,
Ҡуптарылһын зәғиф тамырҙар.
Дауыл ҡырһын сибек япраҡтарҙы,
Шат йәштәрем генә тамырҙар.

Ҡалһын ерҙә йәшел сафлыҡ ҡына,
Бөтә сүп-сар һепереп түгелһен.
Ҡыуанмаһаң ошо аҡ бәхеткә –
Ҡурҡаҡ йән һин, кеше түгелһең!