СӘСКӘ ЙЫЙҒАНДА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Талсыбыҡтай һомғол буй-һыныңды,
Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын
Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып,
Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым!

Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым,
Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем.
Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем, –
Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем.

Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ,
Ситтән генә һине күҙәтеп:
Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу,
Эйелеүең сәскә өҙәм тип!..

Һин үҙең дә умырзая мәллә
Умырзая тулы аҡланда?
Ҡағылырға хатта ҡулым бармай,
Кит, күңелем, кит һин, һоҡлан да!..