ОСОУ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Осам, осам! Бала саҡтан бирле
Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр.
Бар тормошом – осоу, ҡолау минең,
Үҙем – ерҙә, күҙем – айҙалыр...

Әкиәт тыңлап, сәмреғошта осһам,
Ҡолас йәйеп остом төшөмдә.
Остом аттан, кәбән баштарынан...
Тик ҡәнәғәт булмай эшемдән,

Бер көн килеп аэроклубҡа индем.
Нисә ҡабат күккә менмәнем!
Болоттарҙың аҡҡош муйынына
Элеп төштөм ерҙең элмәген...

Мин ҡайҙалыр остом, бер һылыуҙың
Үпкән саҡта тәү ҡат иренен.
Шул көн миңә талмаҫ ҡанат ҡуйҙы,
Шул көндән һуң мин дә ир инем...

Тик османым ракетала ғына,
Тапманылар, ахыры, кәрәген.
Ә шулай ҙа, ут-ялҡынын атып,
Оса һаман, оса йөрәгем.

Ил осҡанда, йөрәк осмаҫмы һуң,
Атмайынса бөтә ялҡынды?
Бәлки, минән дә бер эҙ ҡалыр, тим,
Күңел күктәрендә халҡымдың.