Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар,
Телдән ҡалғаным бар минең дә.
Яҙмышым шул,
Бәхетем шул, тиеп,
Көндәй күргәнем бар миңен дә...
Тик һуңынан өмөт юҡҡа сыға,
Тулҡыныуҙан тына йөрәгең.
Күләүектә лә бит
Тәүҙә шулай
Диңгеҙ тәрәнлеген күрәһең...