Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер,
Ҡысҡырыша ярһып тартайҙар.
Эшен ҡушып улар бер-беренә,
«Тарт», тиҙәр ҙә, тарта алмайҙар...

Усаҡ яна ярҙа. Ҡайнай ҡаҙан,
Еҫен бөркә балыҡ һурпаһы.
Аҫып ҡуйған алтын табаҡ һымаҡ,
Ай яҡтырта табын уртаһын...

Борон-борон замандарға сумып,
Әкиәт тыңлай бергә тирәктәр.
Тик, тынлыҡты боҙоп, баш осонан
Һыҙғырышып үтә өйрәктәр.

Үтер, бәлки, шулай замандар ҙа,
Әкиәттәр ҙә бөтөр иҫкереп.
Ә мин һаман ултырырмын кеүек
Тартай моңонан да иҫереп...