УТЫҘҘЫ АРТЫЛҒАНДА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Оса йылдар,
Оса юлдар
Ғаләм караптарылай!..
Йәшәй кеше,
Эшләй эшен,
Ғазаплана – арымай.

Йәшәүенә,
Эшләүенә
Инде утыҙ йыл тула!..
Ә йөрәге,
Бар теләге
Тик йәшлеккә ынтыла.

Бер табылған,
Гел табынған
Аллаһынан да көлә. Һүҙ белмәгән,
Күҙ күрмәгән
Көндәр түрәһе килә!..