Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле,
Тере әле, тере хистәрең.
Күпме наҙҙы, күпме ҙәңгәр яҙҙы
Һаҡлай әле иртә-кистәрем...

Тулы тормош, оло бәхет биргән
Кешелекле һөйөү кәрәген
Барған һайын мин нығыраҡ тоям,
Көтә уны, эҙләй йөрәгем.

Ярһыу яҙҙар килһә, күңел даръям
Ярҙарынан сыға ашҡынып.
Юҡ, ғүмерлек яҙын тапмайынса,
Ярҙарына ҡайтмаҫ ташҡыным!..