Мин бит һине һиртмә бишегеңдә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин бит һине һиртмә бишегеңдә
Тирбәтмәнем, йырлап йырымды.
Кил, кәмәлә тирбәтәйем һине,
Эсә-эсә зәңгәр нурыңды.

Көндәр буйы мин бит, үҙең юҡта,
Һинең менән генә һөйләшәм.
Ә үҙеңде ап-аҡ кейемендә
Килгән сырхауҙарҙан көнләшәм.

Ә кисен юҡ һүҙем, тик үҙеңде,
Тик үҙеңде килә эсәһем...
Ташлап киткән сабый көнө буйы
Талып көтә шулай әсәһен...