Беҙ балалыҡ менән хушлашҡанда

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Беҙ балалыҡ менән хушлашҡанда,
Хушлашабыҙ уйһыҙ, шатланып!..
Эй балалыҡ, хатта хушлашҡанда
Талсыбыҡҡа ҡала атланып.

Йәшлек менән ауыр хушлашыуы,
Йәшлек кәрәк ғүмер-ғүмергә...
Эй йәшлегем, аяҙ ҡартлығыма
Барып етһәк ине беҙ бергә!..