Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне,
Һыу ингәндә, ҡомда ятҡанда!
Ҡойоп ҡуйған тере һәйкәлдәрҙән
Яр буйҙары сәскә атҡандай.

Мин, боронғо мәжүси грек һымаҡ,
Был һындарға ҡарап туйманым.
Ҡайҙан кейем уйлап сығарғандар,
Дошман эшелер был, тип уйланым.

Табынырға мине көсләһәләр
Әгәр ерҙең берәй йәненә,
Мин табыныр инем донъяла тик
Ҡатын-ҡыҙҙың даһи тәненә!..