ЙЫРҘАРЫМА ҠАЙТАМ

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

Ҡайтам! Ҡайтам!
Йырҙарыма ҡайтам!
Ҡалып тор һин, гүзәл башҡалам.
Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә.
Һин шауларһың минән башҡа ла!
Ә мин!
Юҡ, башҡаса... булмай!
Мин тупраҡтан,
ерҙән яралған,
ерҙә тыуып-үҫеп,
ерҙә аунап,
ерҙән йыйып
йәнем йыр алған!
Бөркөт — күктә, суртан һыуҙа тере.
Ир ҙә тере, илгә ҡушылһа...
Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше,
йөҙмәҫ балыҡ,
осмаҫ ҡош булһа!
Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк,
Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң!
Ҡайғың да бит бәхет,
ваҡ бәхетте —
бәдбәхетте алып ырғытһаң!..
Ил бәхете менән бәхетле бул.
Ил ҡайғыһы менән — ҡайғылы,
Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине
Шул ҡайғынан һиңә айырылыу...