Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
...Но для женщины прошлого нет... И. Бунин

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, –
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны – зәңгәр тулҡын һаны, –
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!