Арабыҙҙа күпме заман ята

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Арабыҙҙа күпме заман ята,
Ниндәй алыҫ беҙҙең арабыҙ,
Мин уйлаған уйҙы ул да уйлай,
Тик һаман да бергә барабыҙ.

Ул да ғазапланған, яңылышҡан
Һәм моңайған айлы кистәрҙә.
Ниндәй генә алыҫ булмаһын ул,
Уртаҡлыҡ бар беҙҙең хистәрҙә.

Дөрөҫлөктө янып, талап эҙләп,
Уның да бит сиккән ғәйрәте.
Өмөтләнеп тағы алға баҡһа,
Ваҡ тойолған донъя ғәйбәте...