Халҡым тел тыуҙырған

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен үҙе әгәр күммәһә...
Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары
Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?
Шул ғәмһеҙлек
күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?