Зәңгәр күҙле бер әкиәт һин миңә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Зәңгәр күҙле бер әкиәт һин миңә,
Ә мин бик үҙ һүҙле бер бала:
Мең-мең ҡабат һине тыңламайса,
Тынысланмам, ахыры, донъяла.

Бер генә кис, серле ай һымаҡ һин,
Һирпенең дә сағыу нурыңды,
Болоттарға сумып, күҙҙән яҙҙың,
Ҡалдырып тор көмөш йырыңды.

Күҙ алдымдан китмәй ай таптары –
Йөҙөңдәге ваҡ-ваҡ һипкелдәр.
Ҡайҙа юғалдың һин, нур йомғағым?
Сыҡ тиҙерәк, ергә һип гөлдәр!..