Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Йыйнаҡ бүлмәң, тыйнаҡ өҫтәлең.
Белмәй нисек ҡәҙер итергә лә,
Шарабыма шарап өҫтәнең.

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Таңын аттырғанда ул төндөң,
Ни өсөндөр күҙ йәштәрең менән
Кәрәкһеҙгә ғәфү үтендең...

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Һулҡып һыҙлай ине йөрәгем.
Аймылышҡас йәшлек таңдарыбыҙ,
Бар инеме бының кәрәге?

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Булмаһаҡ та башҡа беҙ бергә,
Аҡ ҡар яуған аҡ ҡанатлы төндө
Онотаһым түгел ғүмергә!..