ЕР УЛЫНА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин белмәйем ниндәй сағыштырыу,
Ниндәй һүҙҙәр генә оҡшарын.
Һин турникта өйләнгәндәй, бына,
Зыр әйләнеп сыҡтың Ер шарын!..
Һинең хаҡта
иң-иң көслө һүҙҙе
әйткем килә...
Булмай!
Юҡ һүҙем,
Батырлығың –
иң ҙур матурлыҡ ул,
иң көслө йыр
Бөгөн һин – үҙең!..