Көн дә иртән, көн тыуғанда тороп

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Көн дә иртән,
көн тыуғанда тороп,
Сығып баҫам диңгеҙ ярына;
Һәр тулҡыны уның
моң килтерә,
Һүҙ килтерә минең йырыма.
Зәңгәр тулҡындарҙан
күҙҙе алып,
Ҡарап торһам тауҙар ҡарына:
Һәр бер ташы,
һәр таштағы гөлдәр
Һүҙ ырғыта минең йырыма.
Баҡсаларға инһәм,
һәр бер япраҡ,
Сумып йылы ҡояш нурына,
Һүҙ яуҙыра минең йырыма!
Диңгеҙ нисә быуат буйы
Шымартҡан был
алмас һүҙҙәрен.