ЙЫР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Йырларға мин шәптән түгел, дуҫтар,
Тик мин йырҙы үлеп яратам.
Бөтә шатлығымды йырға һалам,
Ҡайғымды ла йырлап таратам.

Әллә нисек яҡын туған моңдар,
Бигерәк матур, бигерәк һағышлы –
Тау юлдары кеүек урау-урау,
Дала кеүек иркен ағышлы.

Моң-зарҙары ата-бабаларҙың
Йөрәк ярып сыҡҡан йыр булып,
Йәшәп килгән быуын-быуындарға
Йырҙа өмөт яҡты нур булып.

Егеттәрҙең даны, батырлығы
Йыр ҡалдыра тыуған илендә.
Ҡыҙҙарының йылы матурлығы
Йыр тыуҙыра егет күңелендә...

Иң-иң наҙлы һүҙҙәр көйләп, әсә
Ҡолонсағын йырлап йоҡлата.
Йоҡоһонан торғас, иле уға
Йырҙай матур көндө уята!