Уйҙарымды уйлап ята торғас

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Уйҙарымды уйлап ята торғас,
Тын алырға хатта онотам.
Унан ҡапыл, ҡотом осоп бына,
Йөрәгемде ҡапшап мин тотам.

Тибә, тибә әле, тибә йөрәк!
Ҡараңғыла шуға йылмаям.
Аҙаҡ, ут ҡабыҙып, ҡәләм алам,
Һәм төтөнөм быҫҡый донъяла.

Әле минең запас папирос бар,
Башҡа бер ниҙең юҡ кәрәге.
Бит донъяла, оло был донъяла
Минең дә бит тибә йөрәгем!