Төн ҡараңғы. Ел иҫә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Төн ҡараңғы. Ел иҫә.
Сайҡала ныҡ ағас баштары.
Шундай ныҡ сайҡала ағас баштары...
Аҡыллы уй уйлай хатта ахмаҡ баштарың...

Һәр елгә бик һиҙгер ағас баштары,
Сайҡала шул ағас баштары,
Сайҡалһын, тик ныҡ булһын өсөн олоно.
Һәр үҫкән – һиҙгер...