ҺАНДУҒАС ТАҢЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡайҙан шундай илһам һиндә?
Ҡайҙан һиндә шундай дәрт?
Иҫ-аҡылым китеп,
Тыңлап торам... Һандуғасым,
Тартынмасы,
йәсе, әйт!..

Мин көнләшәм бары һинән генә,
Бары һинән генә көнләшәм.
Һай, был моңоң!..
Һай, был өҙҙөрөүең!..
Ниндәй Моцарт,
Ниндәй Паганини,
Ниндәй Чайковский
һиңә тиңләшә?
Әллә улар моң алдымы һинән?
Әллә һин алдыңмы уларҙан?
Әллә мең-мең йылдар буйы
Моң алдыңмы беҙҙең йырҙарҙан?
Моң алдыңмы Заһир ҡурайынан?
Мәғәфүрҙе тыңлап торҙоңмо?
Әллә һалдат ҡатыны моңайғанда,
Һин урағын уның урҙыңмы?
Салғы янып, күкрәгеңде киреп,
Бесән саптың мәллә туғайҙа?
Юҡһа, ҡайҙан бындай сәңгел тауыш,
Был сихри моң юҡһа ул ҡайҙан?
Айҙан ергә тартҡан көмөш ҡылды
Ҡанаттарың әллә сиртәме?
Гәлсәр моңон сығарған моң әллә
Таң ысығы тамған иртәме?
Әллә шулай таңдар һарғайғанда,
Танһыҡтары ҡанмай, егетең
Иләҫ-миләҫ килгән бер һылыуҙың
Сут-сут үбә микән көн битен?
Муйыл сәскәһендәй күпереп ташҡан
Һаумал ҡымыҙ тәмен татығас,
Һин, күҙкәйен йомоп, тел шартлатҡан,
Ҡымыҙ бешкән ҡыҙмы, һандуғас?

Таң һарыһы ҡунған ҡанатҡайың
Һағыштанмы шулай һарғайған?
Һине шулай мәңге зарығырға
Кем бикләгән йәшел һарайға?
Әллә үҙ ҡөҙрәтең менән шулай
Ярылыр сиккә етә йөрәгең?
Әҙәм минән фәһем алһын, тиеп,
Һайрайһыңдыр инде, күрәһең...
Ергә үлем әҙерләгән заттың
Юҡ микән ни әллә ҡолағы?
Ҡалай ошо һандуғаслы ерҙе
Көл итмәксе була һуң тағы?!
Аңламайым, иҫ-аҡылым етмәй!..
Ана ҡалай таң һыҙыла!.. Таң!..
Үҙ йырына үҙе таң ҡалғандай,
Тел шартлатып ҡуя аҙаҡтан!
Ҡул тәлгәшем һиңә ҡуныр өсөн
Әйләнһен дә ине бер талға,
Теләр инем бары һин һайрауҙы,
Киткән саҡта теге донъяға!..