ТЕЛ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

I
Тыңлап таңға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт һалған тел,
Яулап-ҡурсып ҡалған тел,
Ҡан-йәш түгеп алған тел.

Күреп ирек емеше,
Киреп бәхет өлөшө,
Һаҡлар һине һәр кеше.
Яҡлар һине һәр кеше!..

Телһеҙ инек – тел алдыҡ,
Илһеҙ инек – ил алдыҡ,
Һинең менән тәйән беҙ,
Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ,
Үткәнгә үрт, ҡуҙ һалдыҡ...

II
Үткәнгә үрт һалмағыҙ,
Тик үрелеп ҡарағыҙ.
Яҡын булыр арағыҙ...

Йөрәктәге ярабыҙ
Уңалып та бөтмәгән,
Тағы ярып барабыҙ...

Бөтә даһи һөйләшерлек,
Бөтә ғашиҡ серләшерлек,
Тыңлап һүҙен көнләшерлек,
Аңлатырлыҡ уртаҡ тел
Бөтә телдә табылыр.

Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр.

III
Көслөк менән тел булмаҫ,
Үслек менән ил булмаҫ,
Көс үҙенә көс табыр,
Үс үҙенә үс табыр.
Ҡыҙыл ҡандар түгелгән,
Күп ҡорбандар бирелгән
Ошо ғәзиз тел өсөн.
Бар донъяны айҡап сыҡ,
Юҡһылын да табырһың,
Бай һынын да табырһың,
Дуҫыңды ла табырһың,
Дошманға ла барырһың...
Йөрөй-йөрөй арырһың,
Илең һағынып янырһың...