Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,
Ҡайғырма һис минең киткәнгә.
Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары
Аҡ ҡайынды әсәм иткәнгә.

Баш осома минең ултыртһындар
Ҡайғыһы аҡ булған аҡ ҡайын.
Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән
Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын.

Мин әйтермен, сабый япраҡ булып,
Бер генә һүҙ: «Инәй! – күҙ нурым».
Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр,
Аҡ ҡайында – минең үҙ йырым.