Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын,
Юл йөрөргә йәнең күнегер,
Һыуға сумһаң, һыуың тәрән булһын,
Һыу һайында тәнең күмелер.
Һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө,
Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ.
Дуҫлыҡ кәрәк икән, бул ысын дуҫ,
Ауыр саҡта ташлап ул ҡасмаҫ.
Ә дошманың булһа, булһын дошман
Үҙеңдән дә көслө, нығыраҡ.
Көс һынашып ҡына көсөң үҫер,
Еңеүең дә булыр татлыраҡ.