Тағы бер йыл шаулап үтеп китте

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тағы бер йыл шаулап үтеп китте,
Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп.
Мин ниҙелер һинән өмөт иттем,
Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?..

Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа,
Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы.
Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа,
Килгән генә мәлдә саҡ нығып.

Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит.
Бөгөн тиеп булмай кисәне.
Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит
Һинең өсөн генә әсәмен.