Мин – генерал түгел, беләм

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин – генерал түгел, беләм,
Мин – шиғырҙың ябай һалдаты.
Тик һалдатһыҙ булмай генералдар,
Юҡ, һуғышта булмай алдатып.

Мин башҡалар кеүек сафта киләм,
Дан да алмаҫ мине алдатып.
Үлгәндә лә мин үлермен
Билдәһеҙ һалдат һымаҡ
алда – тып...
Һалдатың...
Аҡмам һалда тын...