Күҙ алдымда һинең һүрәтең

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Күҙ алдымда һинең һүрәтең:
Күҙең моңһоу, йөҙөң болоҡһоу;
Маңлайыңдан һулға сайпылған
Сәс толомоң хәс тә тулҡын һыу;

Һыу ситләтеп, тулҡын тейҙермәй,
Һыҙылып киткән ҡара ҡашыңа
Ҡарлуғас, тим, ҡаға ҡанатын,
Тыуып килгән көндө ҡаршылап.

Ни вәғәҙә итә был көн, тип,
Наҙ түгергә тора иренең.
Шундай таңда, таңғы ел булып,
Ебәк толомоңдо үр ине!..