Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң,
Алыҫтарға аҡты Дим менән.
Аҡҡошом, тип, һине аҡ томанда
Алып сыҡтым ярға кәмәнән.

Беҙ, балалар кеүек, етәкләшеп,
Урман аҡланынан атланыҡ.
Сәскәләрҙән һиңә таж үрергә
Иң-иң матурҙарын һайланыҡ.

Мин ул тажды һиңә кейҙергәндә
Һылыуҙарҙан һылыу инең һин.
Таң нурындай тартҡас күҙ ҡарашың,
Ҡыйыуҙарҙан ҡыйыу инем мин...

Ҙур ҡояш та сығып йылмайғанда,
Яҡты өмөт менән тулғайны,
Шул көн менән мин тик һинең өсөн,
Ә һин минең өсөн тыуғайның...