ЙӘНШИШМӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тойҙом һинең ҡайнар һулышыңды,
Һин тойғандай минең һулышты.
Әйтерһең дә, шул саҡ был донъяла
Үлем менән Йәшәү һуғышты.

Һәм беҙ еңдек! Еңдек ҡарт Үлемде,
Йәншишмәнең таптыҡ үҙен беҙ.
Мин үлемһеҙ иткән кеүек һине,
Һин дә иттең мине үлемһеҙ.

Үлем үлде! Беҙҙән һуң да ерҙә
Үҫер, емеш бирер гөлөбөҙ.
Йәншишмәкәй – ул Мөхәббәт икән,
Йәншишмәнән эскән – Үлемһеҙ.