Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ,
Һуңғы йондоҙ – Сулпан яҡтыраҡ.
Муйыныңа һуңғы һарылғандың,
Ышанысы һаман татлыраҡ...

Йәшнәп, ямғыр түгел,
Таш яуһа ла,
Тәү осраған атҡа атланып,
Үҙ тышауын
Үҙенә нуҡта итеп,
Һиңә сабам,
Һиңә, шатланып!..

Елдә үтмәҫ яҡын арабыҙға
Үтмәһен һис аҡыл хәйләһе.
Таң шәфәғе һымаҡ моңһоу-моңһоу,
Алһыу нурҙар ғына бәйләһен!..