ШӨШЛӨ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Инәй, минең шөшлө ҡайҙа икән?
Ебәрһәнә табып шөшлөнө!
Йыр сыҡмаһа, сабаталар үреп,
Үткәрермен, бәлки, эш көнөн.

Шиғыр юлы йүкә түгел дә бит,
Шиғыр юлы иҫкә төштөмө,
Ниңәлер гел, ҡәләм тыңламаһа,
Фәһем итәм беҙҙең шөшлөнө.

Атай-олатайҙар Ҡар атауҙа,
Ҡурыс һыҙырғастын йүкәгә,
Оҙон ҡыштар буйы, көйләй-көйләй,
Тотмағандыр уны тикмәгә.

Алдашмаған улар йырҙарында,
Алданһа ла мәңге үҙҙәре,
Хаҡ-нахаҡтың юлын юлға юллап,
Йүкә һымаҡ теҙгән һүҙҙәрен.

Минең дә бит тәүге йыр-моңдарым
Сабаталар туҡып яралды.
Ебәрһәнә, инәй, шул шөшлөнө –
Олатайҙар тотҡан ҡоралды!..