Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине,
Һәм күмелһәм ине тауҙарға –
Туған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире тороп йырлар инем,
Туған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
«Был донъяға ғашиҡ шағир», – тиеп
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.