Шул тиклем дә һөйә алыр икән

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шул тиклем дә һөйә алыр икән
Кеше шулай башҡа кешене!..
Һине уйлап инде нисәнсе йыл
Берсә яндым, берсә өшөнөм.

Еңел саҡта онотормон һине,
Ауыр саҡта үкереп иларға,
Мин ҡайтырмын бары һиңә генә,
Һиңә генә – түгел уларға...

Һеңлем булһаң да һин, әсәм булып
Йыуат мине шундай саҡтарҙа,
Арала һин изге ҡулың менән
Ҡара сәстәремде аҡтарҙан...