Янып-көйөп йөрөйөм дә ҡайсаҡ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Янып-көйөп йөрөйөм дә ҡайсаҡ
Йөрәгемдә тыуа ҡурҡыныс:
Була алырмы һуң был ҡәләмем
Ялғанлыҡты киҫер бер ҡылыс?..

Юҡ, сигенмә, егет, ҡынға тыҡма –
Хатта ҡылыс ҡылға ҡалғанда,
Йәшәгәс һин йәшә яна-яна,
Йөрәк йәшәрә тик янғанда!