Үпкәләмә, һылыуҡай

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Үпкәләмә, һылыуҡай,
Үпкәләмә – үпмәһәм.
Тик бел шуны: донъя ни,
Һине күреп үтмәһәм?

Барлығың да – байлығым,
Шул байлыҡ та бик еткән.
Үбер инем илатып,
Үртле көндәрем үткән.

Үпкәләмә, һылыуҡай,
Үпкәләмә – үпмәһәм.
Тик бел шуны: нишләрһең,
Үпмәйенсә үтмәһәм?!