ӘСӘМ ҠУЛДАРЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ,
Һөҙәк кенә тауҙың битендә.
Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?
Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә.

Моңланып бер кәкүк саҡырғанда,
Үҙең янып бирҙең салғымды.
Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры
Үҙ салғымда уйнап сағылды.

Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй,
Көлөмһөрәп минең һелтәүгә,
Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп,
Йүнле сапмаһам да мин тәүҙә.

Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин:
«Тарыраҡ ал, тинең, алдынды,
Ипләп кенә өйөрөп сап шулай,
Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..»

Һыуҙай алып китте кескәй салғым,
Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды.
Ысыҡтары тамғас мөлдөрәшеп,
Улар илашҡандай тойолдо...

Һин һоҡланып ҡарап тора инең
Артта ҡалған йәшел әҙемә.
Йылмайһаң да үҙең, йәш тулғайны
Һинең дә бит, әсәй, күҙеңә:

«Атайың да шулай саба ине –
Был саҡлы ла оҡшар икәнһең!..»
Тик күрмәне атай был эҙҙәрҙе,
Юҡ ине ул – яуға киткәйне...

Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы
Кескәй генә хеҙмәт юлымдың.
Ул саҡ, әсәй, белмәй инем әле
Алтын икәнлеген ҡулыңдың!