Тормош булғас, булыр барыһы ла

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тормош булғас, булыр барыһы ла:
Боҙло ямғыры ла, ҡары ла.
Күңелеңде ҡырған һүҙ ҙә булыр,
Ҡырыла бит йылға яры ла.

Ҡоромаһын бары йылғаң ғына,
Аҡҡан йылға табыр йылғаһын.
Арабыҙҙа бары йыр ҡалһын да
Арабыҙҙы йәйғор ялғаһын.

Тик булмаһын ете төҫлө нурҙа
Ғәмһеҙлектең заты, остоғо.
Күңелемдә, яҙғы күкрәү булып,
Ҡоралайым, сап һин, ос тағы!..