АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТА

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

— Һаман әле китмәнеңме! — тиҙәр.
— Юҡ әле, тим, һаман китмәнем.
— Ниңә, әллә кире уйланыңмы!
— Юҡ, тим, әле эшем бөтмәне.

Әллә нисек сәйер был һорауҙар.
Әллә ҡалай ауыр күңелгә.
Әйтерһең, мин ҡорал ташлап китәм,
Әйтерһең, мин — яуҙа еңелгән!..

Бер уйлаһаң, ғәжәп был кешеләр:
Төпсөнәләр, һорау бирәләр.
Серһеҙ нәмәләрҙән сер эҙләйҙәр.
Бер төймәне дөйә күрәләр...

Ә бит бер ҡайҙа ла китмәйем мин,
Мин тик ҡайтам,
ҡайтам ауылға —
Тыуған тауҙарыма, ҡырҙарыма.
Ел-ямғырға, буран-дауылға, —

Мине кеше иткән кешеләргә.
Улар менән бергә эшләргә,
Бергә ҡыуанырға, ҡайғырырға.
Бер һүҙ менән әйтһәң — йәшәргә.

— Ниңә, әллә бында... тормош юҡмы
Тип бәйләнер, бәлки, берәйһе...
Бар, әлбиттә! Тик йыр өсөн уны
Төҙөшөү ҙә кәрәк, күрәһең.

Юҡ, кәрәкмәй шаулы ғаризалар —
Намыҫымды һорай партия.
Үҙ йөрәгем.
Үҙ теләгем миңә:
— Ҡайҙа ауыр — шунда бар, — тиә.
Тормош ҡайҙа ла бар,
ҡайҙа ла бар.
Ҡайнап тора тормош ҡалала.
Ләкин миңә ҡыҙыҡ —
алғы һыҙыҡ,
ә ул һыҙыҡ
бөгөн далала...