Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин,
Ниңә яңғыҙ, тулған ай һымаҡ?
Hyp-наҙымды кемгә ҡояйым һуң,
Наҙға бит мин яҙҙай бай һымаҡ?..

Берҙән-берем, ҡырыҫ ҡоралайым,
Һин дә киткәс мине ҡалдырып,
Яңынан мин кемгә ышанайым,
Аҡтыҡ сарсауымды ҡандырып?..

Алыҫтағы алғыр шишмәм тигән –
Далалағы ялған сағыммы?
Сағым булһаң да һин, һағынғанда,
Көҫәп барыр тыуған яғыммы?