Шундай аяҙ, күм-күк күк йөҙө

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шундай аяҙ, күм-күк
күк йөҙө,
Йәйге төндәй йылы
күк үҙе.
Ә йондоҙҙар шундай
сағыуҙар,
Сағыулыҡта ут та
саҡ уҙыр...
Яҡты йондоҙ шундай
талпына –
Һабантурғай шулай
ҡалҡына:
Ҡоя-ҡоя көмөш моңдарын,
Белгән һымаҡ ерҙә
мин барын...
Йондоҙҙар ҙа төрлө
холоҡло,
Береһе кескәй, береһе олоҡло,
Береһе тыныс, береһе
бик ярһыу,
Атылһалар ғына,
яманһыу...
Көтәм әле, көтәм,
төн оҙон:
Атылырмы минең йондоҙом?