Ниндәй һалҡынайҙыҡ, тиһең. Эйе!..

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ниндәй һалҡынайҙыҡ, тиһең. Эйе!..
Һалҡынайҙыҡ – боҙға әйләндек.
Күңелдә тик үкенестәр генә:
«Беҙ, моғайын, юҡҡа өйләндек...»
Тау башынан уйнап тәгәрәткән
Бер йомғаҡ ҡар тауға әйләнде.
Ул ҡар тауын нисек иретергә?
Ут яғырға ҡулдар бәйләнде...
Ул ҡар тауын урап үтеп булмай,
Артылып та булмай ул тауҙы.
Булмай үрмәләп тә һәм төшөп тә,
Өҫтөбөҙгә, гүйә, ул ауҙы...
Мөмкин түгел уны ауҙарырға,
Ул ҡар тауы – беҙҙең хаталар.
Барыр юлға инде бағып булмай,
Тик үткәнгә уйҙар ҡайталар.
Нисек әле былай булды тормош?
Ниңә сыҡтыҡ әле беҙ юлға?
Бер йылғаның ике яры булһаҡ,
Ниндәй йылға икән ул йылға?
Минең маҡсат – шиғыр уты ине,
Шул ут өсөн үттем ут-һыуҙы.
Һин дә уны уртаҡлаштың башта,
Хәтереңде аҙаҡ тут йыуҙы.
Ҡапыл һин маҡсатһыҙ тороп ҡалдың,
Ҡояш итеп күрҙең бер айҙы.
Минең өсөн ул ут юғалманы,
Барған һайын бары ҙурайҙы.
Һин арының. Һин хыялый, тинең миңә,
Хыялымдан көлә башланың,
Хыялымда үҫкән сәскәләргә
Һин бит хатта таш та ташланың.
Шулай ҙа мин һине ташламаным,
Етәкләнем һине ҡулыңдан.
Еңелерәк юлға ҡайырһаң да,
Тайпылманым барыр юлымдан.
Эйе, ул юл еңел түгел ине,
Мин үҙемә үҙем юл ярҙым.
Юлдарыма баҫҡан таш-тауҙы ла
Үҙ күкрәгем менән ауҙарҙым.
Миңә ғәйрәт инде, һинән – сикте,
Ғәйрәт һөйләй ситтә торғанды.
Һин юрғанға ҡарап аяҡ һуҙҙың,
Ә мин һуҙҙым үҙен юрғандың...