Көтмәгәндә миңә үҙ исемем

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Көтмәгәндә миңә үҙ исемем
Бик-бик матур булып тойолдо.
Әйтерһең дә, мин яңынан тыуҙым,
Һәм яңынан ҡотом ҡойолдо.

Быға тиклем уға «ағай» һүҙен,
Йә фамилиям ҡушып әйттеләр.
Шул исемгә бик күп һүҙҙәр ялғап,
Маҡтанылар, йәки һүктеләр.

Ә һин уның бары үҙен әйттең
Моңға күмеп тирә-яғымды.
Исемемдең сере һиндә ятҡан,
Шул сер килеп бөгөн табылды.